

60 г самаһы сәтләүекте (ниндәйҙе яратаһығыҙ, әммә кешью йә әстерхан (грек) сәтләүегенән яҡшыраҡ була, тигәндәр) блендерҙа ныҡ ҡына ваҡларға.
Бер бәйләм петрушканы ла блендерҙа ваҡларға. Тик һуты ныҡ сыҡмаһын.
Ике продуктты ла бергә ҡушып, массаға 40 г ҡырылған сыр, ике-өс тырнаҡ һарымһаҡ, ике-өс ҡалаҡ лимон һуты, самалап тоҙ, 60 мл зәйтүн майы өҫтәп, блендерҙа әйләндерергә. Ҡуйы ғына соус килеп сыға. Уны һыуытҡыста 10 көн самаһы һаҡларға мөмкин. Ҡышҡылыҡҡа туңдырып ҡуйырға ла була.