

Лира Тереғолова хакимиәт башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары булып эшләгән. Ул хәҙер – республикала муниципалитетты етәкләүсе етенсе ҡатын-ҡыҙ.
“Минең өсөн был – бик ҙур яуаплылыҡ. Хеҙмәт юлым да ошонда башланғайны. Шәхес булараҡ та бында үҫтем, остаздарым – төрлө тармаҡ эшсәндәре лә ошо районда йәшәй. Был – минең илһам ала торған төйәгем. Тыуған районым сәскә атһын өсөн бөтә көсөмдө һалып эшләйәсәкмен. Миңә ышаныс күрһәткәндәре өсөн БР Башлығы Радий Хәбировҡа, депутаттар корпусына рәхмәт”, – тип яҙған яңы етәксе социаль селтәрҙә.
Әйткәндәй, БР Башлығы Радий Хәбиров муниципалитеттарға ҡатын-ҡыҙҙы етәксе итеп ҡуйыуын былай тип аңлатҡайны: улар яуаплыраҡ та, ныҡышыраҡ та була (Ул - алтынсыһы).
Фото: Лира Терегулова, вк.