

Тәндәре нисек, кешенеке кеүекме, тип ҡыҙыҡһынам. Эйе,кешенеке кеүек, ләкин бик йомшаҡ, һөйәге бар, терһәктәре менән терәлә, ти. Ике йыл үткәс ҡыш көнө Фәриҙә менән икеһе ике атта һыбай Кәшәленән Һәргәйгә төшөп килгәндә, Әбдрәхимдең аты туғарылып китә лә бара. Шул ваҡыт урман ситендә Мәрсиләне күреп ҡала, ҡулында бала. Еңел кейенгән,ти. Ул: «Атың өсөн ҡурҡма, уны фәлән ауылда туғандарың алып инәсәк», — ти. Фәриҙә арттараҡ килгән була. Ул Әбдрәхимдең бер ҡатын менән һөйләшкәнен ишеткән, ә ҡатынды күрмәгән. Ни эшләп атыңды ебәрҙең, тот, тип ҡысҡырам ти Фәриҙә. Ә атты, ысынлап та, Әбдрәхимдең Сауҡа ауылында йәшәгән Миниямал апаһы күреп, сығып ала. Шулай өс йыл осраша былар. Ҡайһы ваҡыт ҡатыны өйҙә саҡта ла килә башлаған бисура.Фәриҙә лә һүҙгә ҡушыла: «Айырым йоҡлайбыҙ,кистән ишекте үҙем бикләп инеп ятам, өйҙә башҡа кеше юҡ. Тик төндәрен ирем ятҡан урындыҡтан төрлө сәйер тауыштар ишетелә ине. Мин аптырап бөттөм»,-тип һөйләй. Ос йылдан, һуң Фәриҙәнең түҙемлеге бөтә, тауыш ҡуптара башлай. Әбдрәхимгә хәлде һөйләп бирергә тура килә. Был хәбәр тиҙ арала ауылға тарала. Шунда берәү, башҡа ауылдағы муллаға күренергә ҡуша. Әбдрәхим муллаға килеп хәлде һөйләп бирә. Мулла өшкөргәс,уға: «Размеры яҡынса 10хЗ сантиметр ете киҫәк ҡағыҙға ен ҡатындың исемен яҙып, ҡайтҡас мейескә ут яғып ырғытырға ҡуша. Ҡайтҡанда икенсе юл менән ҡайтырға, артына боролоп ҡарамаҫҡа ҡуша. Ошоларҙың барыһын да мулла әйткәнсә эшләй Әбдрәхим һәм шул көндән башлап, ен ҡатын килмәй. Ләкин ике тапҡыр үпкәләп төшөнә инә: «Ниңә улай иттең, мин бит һине ныҡ ярата инем”-тип күҙ йәштәрен түгеп илаған.Шунан Һуң Әбдрәхим ҡатыны менән матурлап тороп алып киткән.Дүрт бала атаһы:ике ул ,ике ҡыҙ үҫтергәндәр.Хәҙер уға 62 йәш. Пенсияла. Иҫән һау. Ауылдаштарына йорт төҙөшеп йөрөй.
Иҫкәрмә: Көрьэндә ендәр тураһында айырым сүрә бар, башҡа сүрәләрҙә лә килтерелгән. Хәдистәр ҙә күп. Әр-Рахмән сүрәһенең 55-56 сы аяттарына Ибн Тәймийә былай тип аңлатма биргән :”Кеше менән ендең үҙ-ара никахлашыуы мөмкин. Һәм был никахтан балалар ҙа тыуыуы бар. Бының кеүек хәлдәр бихисап”. Ғалимдәр ен менән никах ҡылыуҙы тыйғандар.
Хәдис: “Бисмилләһле өйҙә енгә урын юҡ”
Ошо ыңғайҙан әнкәйем һөйләгән бер ривиәтте лә яҙып ҡуям.
Бер егет һыу буйына ат эсерергә барғанда бик тә сибәр ят ҡыҙҙы осората.Икеһе лә ғашиҡ булалар. Бераҙ осорашҡас өйләнәләр. Матур итеп донья ҡороп йәшәп китәләр. Ләкин егет көндән көнгә ябыға, һарғайа башлай. Ҡатынының сәйер бер шөғөлөнә лә аптырай -кис булһа тәҙрә артына тас менән һыу ултыртып ҡуя, тәҙрәне бикләмәй торған булған. Был турала егет ауылдағы аҡыл эйәһе булған бабайға һөйләгән. Ул, бөгөн төнлә йоҡламаҫҡа, һәм ҡатыны нишләһә лә өндәшмәҫкә, йоҡламағанын белдермәҫкә ҡушҡан. Егет шулай эшләгән. Төн уртаһында ҡыҙ ҙур йыланға әйләнгән, баш яғы менән егеттең йәнен һуыра , ә ҡойороғы тәҙрә артындағы таста ята икән. Иртән егет был турала бер һүҙ өндәшмәй. Бабай өйрәтеүе буйынса бер хәйлә ҡора. Тимерҙән мунса төҙөп ҡуйған.Күп итеп утын әҙерләгән. Уны турап, мунса тирәһенә уратып өйә барған. Тамамлағас, мунса яҡҡан да ҡатынын мунсаға саҡырған. Яңы мунсаға йәнәһе яратҡан ҡатынын алдан башлап атлап керергә өндәгән. Ҡатынының инеүе була, егет ишекте шап иттереп ябып бикләп тә куя.Мунсаны уратып өйөлгән утындарға ут төртә. Ҡыҙ башта ялуара, элекке кеүек матур татлы телдәр менән ғәйепһеҙҙән язалауын әйтә. Ләкин егет ныҡ тора. Аҙаҡҡа табан мунсанан ҡурҡыныс аждаһа тауыштыры ишетелгән.Тауышҡа халыҡ йыйылған. Бик оҙаҡ аҡырған ти теге ен ҡыҙы.
Зәйтүнә КӨҪӘПОВА Салауат ҡалаһы