Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Августа 2025, 08:05

Август аҙағы нисегерәк булыр?

Һүҙ көн торошо тураһында, әлбиттә. Йәйҙең һуңғы айының икенсе яртыһында сюрприздар булмаҫмы? Юҡһа, боҙ-борсаҡ та яуғылап тора һаман...

Август аҙағы нисегерәк булыр?Август аҙағы нисегерәк булыр?
Август аҙағы нисегерәк булыр?

Бынау ямғыры-ы, тип әрләйҙер әле күптәр. Эйе, һыуытыңҡырап яуа шул. Ә бит әле йәй.

Синоптиктар тәүҙәрәк августың икенсе яртыһына фараз яһағанда (Августың икенсе яртыһы ниндәй буласаҡ?), һалҡынсараҡ буласаҡ, ямғыр ҙа әҙ генә яуыр, тигәйне.

Әле иһә бик матур көндәр етеүен вәғәҙәләй. Ай бөткәнсе түгел инде - 25-енә тиклем генә. 

Күҙаллауҙарға ышанһаҡ, 19 августа бик эҫетеп китә, +27 градус була.

23 - 25 августа иһә 28-гә тиклем үк күтәрелә. 

Әйткәндәй, 22-һенән биш көнгә ҡояш болот артына ҡасмаясаҡ, ямғыр ҙа яумаясаҡ, тиҙәр.

26 августан һуң ҡапыл һыуытыуы ихтимал. +16 градус һеҙгә етәме? Үәт, шулай була(((

Айҙың һуңғы көндәрендә ямғыр яуыуы фаразлана. Һәм, һаумы, көҙ!

Фото: автор фотоһы.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас