

Күгәрсен районының "Мораҙым" гәзите сайтында яҙыуҙарынса, БР Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев бәләкәй яҡташтары тураһында һәр саҡ хәстәрлек күрә. Ул 2012 йылдан тыуған ауылы Һатлыҡта 1-се класҡа бара торған балаларға кәрәк-яраҡ алып бирә, унда башланғыс мәктәп бөтөрөлгәс, Юлдыбай ауыл биләмәһенә ҡараған ете ауылдың 1-се класс балаларына бүләк тапшыра. Был юлы биш бала бүләк алды.
"Урал Таһир улы ауыл биләмәһе активы, район хакимиәте, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, уҡыусылар менән осрашыуҙа үҙенең күптән түгел вафат булған беренсе уҡытыусыһын – Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, 46 йыллыҡ хеҙмәт стажының 38 йылын балаларға белем биреүгә арнаған Ишмәтов Ирек Рәхмәт улын оло хөрмәт менән телгә алып, уның исемендәге премия булдырырға ҡарар иткән", - тип яҙалар ошонда: Уҡыусылар өсөн премия булдырыласаҡ!.
Яңы Хвалын мәктәбенең сығарылыш класс уҡыусыларына тапшырыласаҡ ул.
Афарин! Уңыштар!
Фото: moradim.ru