

Ҡаҙанболаҡ йылғаһы буйындағы был урынды Юнир иҫән сағында бик яратҡан: бала саҡта ҡыуыш ҡорған, балыҡ тотҡан, һыу ингән, үҫә килә ял итергә төшкән.
Паркты асыу тантанаһында Ейәнсура районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Рафиҡ улы Мөхәмәтов, ауыл биләмәһе хакимиәте вәкилдәре, ветерандар советы ағзалары, Юнир Дәүләтшиндың уҡытыусылары, һабаҡташтары, дуҫтары, туғандары ҡатнашты. Шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан һалдаттар ҙа саҡырылды. Килгән ҡунаҡтар ҡыйыу егет тураһында иҫтәлектәре менән бүлеште, илгә тиҙерәк еңеү килеүен теләне. “Был урын ауылдаштарыбыҙҙың яратҡан ял итеү урынына әүерелер һәм килгән һәр кеше Юнирҙе матур һүҙҙәр менән иҫкә алыр, тип ышанабыҙ. Иң мөһиме, киләсәктә илебеҙҙә тыныслыҡ булһын!” – тип изге теләктәрен еткерҙе Юнирҙең әсәһе Зөләйха апай.
Тантананы ауыл таланттары Әлфиә Дәүләтбәкова менән Рауил Жубатов йырҙары һәм “Топотушки” бейеү ансамбле балаларының сығышы биҙәне.