Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Август 2025, 05:50

Өйрәкте ҡарарға сығып киткән һәм үлгән

Малайҙы ҡотҡарыусылар төнө буйы эҙләй.  Бер нисә сәғәт элек уның кәүҙәһен табалар.

Өйрәкте ҡарарға сығып киткән һәм үлгәнӨйрәкте ҡарарға сығып киткән һәм үлгән
Өйрәкте ҡарарға сығып киткән һәм үлгән

Стәрлетамаҡ районында бала батып үлгән. Был хаҡта БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Ғәҙәттән тыш хәл Боголюбовка ауылында була.

Кисә, 11 августа, 14 йәшлек үҫмер Өршәк йылғаһы буйындағы өйрәктәрҙе ҡарарға өйөнән сығып киткән, шунан юғалған.

 Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн иртән ҡотҡарыусылар мәйетте һыуҙа тапҡан.

Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас