Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Август 2025, 11:25

Гимназияға - заманса ҡорамалдар

Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендәге гимназия яңы уҡыу йылына технология һәм хәүефһеҙлек һәм Тыуған илде һаҡлау нигеҙҙәре кабинеты өсөн йыһаздар ала.

Гимназияға - заманса ҡорамалдарГимназияға - заманса ҡорамалдар
Гимназияға - заманса ҡорамалдар

Район хакимиәтенән белдереүҙәренсә, мәктәпкә ҡорамалдар «Йәштәр һәм балалар» милли проекты буйынса килтерелә. Улар араһында лазер һәм фрезер станоктары, теген машинкаһы, манекендар, верстактар һәм башҡа инструменттар бар. Бер өлөшө гимназияға килгән дә инде. Ҡорамалдар федераль дәүләт белем биреү стандарттарына тура килә һәм балаларға ғәмәли оҫталығын арттырыуға булышлыҡ итәсәк.

Фото: Гимназия в башкирском селе Кармаскалы получит оборудование | Национальные проекты РФ

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас