

Диспансеризация ваҡытында Өфөлә йәшәгән 36 йәшлек ҡатындың эсәк рагы табылған. Был хаҡта БР һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте.
Диагнозды поликлиника табиптары ҡуйған. Өфөлә йәшәүсе һаулығына зарланмай һәм һуңғы биш йылда табиптарға йөрөмәй, әммә эш өсөн справка алырға медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итә. Уның анкетаһын ҡараған саҡта шәфҡәт туташы һуңғы ярты йылда пациенттың 12 килограмм ауырлығын юғалтыуын күрә.
Унан бер нисә анализ тапшырталар, һәм ҡатындың гемоглобины түбән булыуы һәм анализдарҙың береһендә ҡаны насар булыуы асыҡлана. Уны колоноскопияға ебәрәләр, унда сигмовид эсәк аденокарциномын - ракты иртә стадияла табалар.
Әлеге ваҡытта пациент дауалана.