

Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан һәм Рәсәйҙең төрлө төбәгенән (Тыва, Алтай, Бүрәт республикаһы, Ҡалмыҡстан, Хакасия һәм Башҡортостан) 20 ҡатнашыусы араһында беҙҙең йырсы жюри һәм тамашасыларҙың иғтибарын яуланы.
Салауат Мөхәмәтйәров башҡорт халҡының «Уралым» һәм тываларҙың «Авай» йырҙарын башҡарҙы, сығышы көслө алҡыштарға күмелде.
“Тыва тамашасыларының мине нисек ҡабул итеүенә һоҡландым. Уларҙың телендә йыр башҡарылғандан һуң зал мине ебәрергә теләмәне. Бына нимә ул халыҡ һөйөүе", - тип тәьҫораттары менән Уртаҡлашты Салауат Мөхәмәтйәров.
Сығанаҡ һәм фото: ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ