Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Август 2025, 11:25

Һаҡ булығыҙ, БПЛА һөжүм итә!

  Өфө аэропортында рейстар күпләп тотҡарлана һәм туҡтатыла.

Һаҡ булығыҙ, БПЛА һөжүм итә!Һаҡ булығыҙ, БПЛА һөжүм итә!
Һаҡ булығыҙ, БПЛА һөжүм итә!

Бөгөн аэропорттарҙа сикләүҙәр индерелде, Өфөләге запас аэродромға Ҡазанға осоусы дүрт һәм Ырымбурға юлланған бер самолет китте, тип хәбәр иттеләр Өфө аэропортының матбуғат хеҙмәтенән.

Өфөнөң запас аэродромы  Кемеровтан һәм Иркутскиҙан Ҡазанға Осоусы «Nordwind Airlines» авиакомпанияһы рейстарын һәм «Аэрофлот» тың ике рейсын ҡабул итте: Сочи — Ҡазан һәм Анталья — Ҡазан.

Шулай уҡ Башҡортостандың баш ҡалаһына «Corendon Airlines» авиакомпанияһының Анталья — Ырымбур рейсы төшәргә мәжбүр булды.

 Ҡазанда самолеттарҙы ҡабул итеүгә һәм осоуға сикләүҙәрҙе росавиация Мәскәү ваҡыты буйынса 7:54 сәғәттә, Ырымбурҙа 8:35 сәғәттә индерә. 12: 41 сәғәттә Ҡазан һәм Ырымбур өҫтөндәге күк йөҙө осоштар өсөн асыла.

 Өфөгә запас аэродромға киткән самолеттар яҡын арала маршруттарының һуңғы нөктәләренә тиклем оса. Шулай уҡ бөгөн Һамарҙа, Ульяновскиҙа, Ижевскиҙа, Түбәнге Новгородта, Һарытауҙа һәм Пензала осоштарға сикләүҙәр индерелә.

Әлеге ваҡытта Улар Ижевск ҡалаһында ғына эшләүен дауам итә. Рәсәй Оборона Министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн иртән Татарстан өҫтөндә туғыҙ украин пилотһыҙ аппараты тотолған һәм юҡ ителгән.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас