Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Август 2025, 11:00

Башҡортостанда балалар ҡатнашлығындағы ҡот осҡос юл фажиғәһе

 Тотош ғаилә зыян күргән. Шаҡ ҡатырлыҡ

Башҡортостанда балалар ҡатнашлығындағы ҡот осҡос юл фажиғәһеБашҡортостанда балалар ҡатнашлығындағы ҡот осҡос юл фажиғәһе
Башҡортостанда балалар ҡатнашлығындағы ҡот осҡос юл фажиғәһе

Шәмбе, 9 августа, Краснокама районында балалар ҡатнашлығында юл-транспорт  ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙың хәле тураһында БР Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һөйләне. Нефтекама дауаханаһына дүрт кешенән торған ғаиләне алып киләләр. Ата-әсәһе һәм 9 йәшлек бала реанимацияла ята. Уртаса ауырлыҡтағы 17 йәшлек үҫмер нейрохирургия бүлегенә оҙатылған. Һәр пациент буйынса республика медицина ойошмалары һәм федераль үҙәктәр белгестәре менән телемедицина консультациялары үткәрелде.

Баймаҡ районында йәнә бер юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Бер кеше урында уҡ һәләк булған, тағы икәүһен Сибай ҡала дауаханаһына алып киткәндәр. Хәҙер улар травматология бүлегендә дауалана.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас