Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Август 2025, 10:00

"Йәшелсә баҡсаһы" салаты

Ҡышҡылыҡҡа витаминлы ризыҡ әҙерләп ҡуйығыҙ. Бер аҙ мәшәҡәтле әлбиттә, әммә аҙаҡ, банканы асып ҡына һауытҡа һалырға кәрәк буласаҡ...  

"Йәшелсә баҡсаһы" салаты"Йәшелсә баҡсаһы" салаты
"Йәшелсә баҡсаһы" салаты

Был салатты эшләгәндә теүәл үлсәмдәр юҡ: кем ниндәй йәшелсәне нығыраҡ ярата, шуны күберәк итеп ала.

Кәбеҫтәне -ваҡ һаламлап, ҡыярҙы, ҡабаҡты (кабачки), боросто -һаламлап, помидорҙы - шаҡмаҡлап, йәшел петрушка, селдерей менән укропты, һарымһаҡ бүлкәтен - ваҡлап, һуғанды ярымтүңәрәкләп турарға. Кишерҙе эре ҡырғыс аша үткәрергә. Йәшелсәләрҙең барыһын бергә бутарға.

1 литрлы банкаларҙы быуҙа тотоп алғандан һуң һәр береһенә укроп сәскәһе тәлгәше, 2-3 ҡарағат япрағы, 2 бүлкәт һарымһаҡ һәм бер услам туралған крән япрағы һалып сығырға. Артабан артыҡ тығыҙ итмәй генә йәшелсәләрҙе тултырып сығырға. 

Маринад яһау өсөн 1,5 литр һыу иҫәбенә 2 ҡалаҡ шәкәр, 1,5 ҡалаҡ тоҙ һалып ҡайнатырға. Уны йәшелсәләр өҫтөнә ҡойғас, банкаларҙы эҫе һыу ҡойолған кәстрүлгә теҙеп ултыртып (һыу банкаларҙың дүрттән өс өлөшөн ҡапларға тейеш), талғын утта 10 минут ҡайнатырға. 

Һәр банкаға 3 ҡалаҡ 9 процентлы аш һеркәһе ҡойоп, тимер ҡапҡастар ябырға ла, башын аҫҡа ҡаратып, һыуынғансы ултыртып торорға.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас