Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Августа 2025, 14:00

Томан сәбәпле күперҙән осҡан

Ҡыҙғнысҡа ҡаршы, водитель үлгән...  

Томан сәбәпле күперҙән осҡанТоман сәбәпле күперҙән осҡан
Томан сәбәпле күперҙән осҡан

Бөгөн иртәнсәк М-5 "Урал" трассаһының (Шишмә - Аксеново - Ҡырғыҙ-Миәкә) 85-се саҡрымында Haval F7 автомобиле күперҙән төшөп, йылғаға түңкәрелгән.

Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, көслө томан шарттарында водитель юл эштәре тураһындағы билдәләргә һәм светофор сигналдарына иғтибар итмәгән. Ир табиптар килгәнсе йән биргән.

Ваҡиға урынында ЮХХДИ һәм ашығыс ярҙам хеҙмәттәре эшләй, хәлдәргә асыҡлыҡ индерелә.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас