Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Август 2025, 16:00

"Иремде ғәфү итергәме икән?"

"Икәү генә белер серҙәр бар" рубрикаһына килгән хаттан: "Ирем менән ете йыл элек айырылыштыҡ. Сәбәптәре булды ине, күберәге ирем ғәйепле. Ул саҡта ҡәйнәм иҫән ине, бәлки ул да ҡотортҡандыр, тип уйлайым. Эштән ҡайтҡанда ашарға әҙер булмаһа ла, ҡунаҡ-фәлән килгәндә өй бола булһа ла өйҙә талаш сыға ине. Ә мин ул ваҡытта береһенән береһе бәләкәй бала менән ысынтылап өй эштәренә өлгөрмәнем. Бер шулай газ мейесенә икмәк бешерергә ултырттым да, ятып торҙом. Арып йөрөп, йоҡлап киткәнмен. Уянып китһәм, өй ҡара төтөн. Өс форма табаһы икмәгем янғансы йоҡлағанмын. Ирем ҡайтып инде лә, талаш сыҡты. Бер нисә тапҡыр һуғып та алды. Тора бара иремдең эсеүе йышайҙы, ирһеҙ ҡатын менән сыуалғанын да еткерҙеләр. Икенсеһендә, ике туған ҡәйнешемдең туйынан ҡайтҡас һуҡты. Башҡа ҡатындар янында "һәпрәм ҡойолоп" ултырғанмын икән. Инәй тейеш кешемдең өйө буш тора ине, балаларынан рөхсәт һораным да, иремдән айырылып шунда сыҡтым да киттем. Тәүге осор ауыр булды, шулай ҙа бирешмәнем. Ағайым менән еңгәйемдең ярҙамы ҙур булды. Балалар үҫә килә эшкә сыҡтым, маткапиталға инәйемдең өйөн, һыйыр, һарыҡтар һатып алдым. Эшләгән хужалыҡтан ашлыҡ бирәләр ине, һатыу өсөн күпләп ҡаҙ-өйрәк алып аҫырай башланым. Ҡыҫҡаһы, аяҡҡа баҫтым, үҙемде лә ҡарай башланым. Ике ай элек, ҡабат ҡауышайыҡ, тип элекке ирем килеп инде..."  

"Иремде ғәфү итергәме икән?""Иремде ғәфү итергәме икән?"
"Иремде ғәфү итергәме икән?"

Ҡәйнәм өс йыл элек вафат булғайны, ул япа-яңғыҙ ҡалды. Бер осор эсеп тә йөрөнө, теге йөрөгән ҡатыны менән ҡауышҡайны, ярты йыл да йәшәй алманылар. Йонсоған, ябыҡҡан, тормош к..-нә үткән.

Элекке шәп саҡтарын иҫенә төшөрөп, әрләп-әрләп сығарып ебәрҙем дә, ишекте мороно төбөндә шаплатып ябып та ҡуйҙым. Әммә шул көндән алып тыныслығым юғалды. Уйланам, икеләнәм. Беренсенән, ауыл ерендә ирһеҙ йәшәүе барыбер ауыр. Эшкә ҡушһаң, ҡатындары ҡыҙғана. Ә яңғыҙаҡтары бәйләнеп маташҡан була. Үҙ ирем булһа, рәхәтләнеп донъя көтөр инем, тип уйлап ҡуям. Икенсенән, ағайым: "Ул үҙенең ғәйебен танып килгән бит. Бынан һуң ул һиңә ҡул күтәреү түгел, һүҙ ҙә әйтә алмаясаҡ," - ти. Өсөнсөнән, мин уға йәштән яратып кейәүгә сыҡҡайным, хистәрем һаман да һүнмәгән шикелле. Ете йыл буйына башҡаларға күҙ ҙә һалманым, бер кем менән дә йөрөмәнем. Айырылған саҡта оло ҡыҙыма туғыҙ йәш ине, аңды-тоңдо белгәс, барыһын да иҫләй. Ул атаһы менән бөтөнләй аралашырға теләмәй. Етмәһә, теге йөрөгән ҡатындың ҡыҙы менән бер класта уҡынылар. Ә бәләкстәрем атай ҙа атай, тип торалар, барып йөрөйҙәр. Улым, бергә йәшәгеҙ, ти.

Мин нимә эшләргә белмәйем....

                                                            Рәйлә, Ауырғазы районы."

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас