

Театрҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең "Йәйәүле Мәхмүт" пьесаһы ҡуйыласаҡ. Премьера 30 сентябргә - 34-се ижад миҙгелен асыу көнөнә билдәләнгән.
Пьеса 1981 йылда яҙылған һәм авторҙың башҡа әҫәрҙәренән айырмалы рәүештә, ҡуйылышлар тарихы артыҡ ҙур түгел. Шуға күрә, бөгөнгө тамашасыға башҡорт классигының онотолған, әммә танылған пьесаһы менән ҡабаттан танышыу ҡыҙыҡлы буласаҡ. Спектаклдең режиссеры - Илсур Ҡаҙаҡбаев.
Һуңғы ваҡытта күберәк күләгәлә ҡалған "Йәйәүле Мәхмүт" режиссерҙың иғтибарын ғәҙәти булмаған мөхәббәт тарихы менән йәлеп иткән.