

"Инеш башы булырҙай ижадҡа оло бер әһәмиәт биреп, китапханасы Лиә Ғәзиз ҡыҙы Ҡорамшина менән мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Лилиә Хисәм ҡыҙы Баймөхәмәтова яугирҙәргә тиңәлерҙәй ҡыйыу эш башҡарып яҡташтары алдында «ауыл шағиры»ның яҡты йөҙөп ысын сәнғәтсә асып бирҙеләр. Аҡмулла әҙәби беремә етәксеһе Ҡамса Мортазин сығышы кисәгә фәнни йүнәлеш бирһә, Ҡуйһары һандуғасы тип дан алған йырсы-сәсәниә Венера Шәймөхәмәтова йырҙарын тыңлау үҙе оло кинәнес булды.
Арғаяш районының Үҙәкләштерелгән китапханалар система директоры Наталья Николаевна Пыхтина менән Ҡолой ауыл биләмә башлығы Аврам Көнтыуар улы Әлмөхәмәтов яҡташтары исеменән йәш авторҙы ҡаҙаныштары менән ихлас ҡотланы. Ҡуйһары урта мәктәбе уҡыусылары авторҙың шиғырҙарын яттан һөйләне, Ҡолой балалар сәнғәт мәктәбенең Зилә Сәйфулла ҡыҙы Һаҙыева етәкләгән "Политра" бейеү коллективы сығыштары менән күңелдәргә дәрт өҫтәне. Шулай уҡ Силәбе ҡалаһынан саҡырылған "Сулпылар" вокал төркөмө лә әҙәби сараны биҙәне," - тип хәбәр итә Силәбе башҡорттары ҡоролтайы.