Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Август 2025, 10:25

Сочиҙа ял итеү Өфө сәйәхтсеһе өсөн фажиғә менән тамамланды

Кәм тигәндә 10 кеше һәләк булыуы билдәле. Табиптар ҡатындың ғүмере өсөн көрәшә. Күңелле ял, күреү һәләтен юғалтыу менән тамамлана.

Сочиҙа ял итеү Өфө сәйәхтсеһе өсөн фажиғә менән тамамландыСочиҙа ял итеү Өфө сәйәхтсеһе өсөн фажиғә менән тамамланды
Сочиҙа ял итеү Өфө сәйәхтсеһе өсөн фажиғә менән тамамланды

Өфөлә йәшәүсе ҡатын Сочиҙағы традицион грузин эсемлегенән һуң күреү һәләтен юғалтҡан.

36 йәшлек ҡатын чачи эскәндән һуң ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан кәм тигәндә 10 кеше Сочи чачаһын ауыҙ иткәндән һуң вафат була.

Өфөнән барыусы ҡатын бик ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған.

Ул чачаны үҙе һатып алғанмы, ә уға кемдер бүләк иткәне билдәле.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында пациенттың хәле бик ауыр тип хәбәр итәләр. "Метанол менән ағыуланыу лабораторияла раҫланған. Уға тейешле дауалау үткәрелә", - тип өҫтәйҙәр.

Билдәле булыуынса, Сочиҙағы «БаZар» баҙарында хәүефле алкоголь һатыла.

Кешеләр ағыуланып үлгән чачаны  71 йәшлек ҡатын ейәнсәре менән бергә һатыуы билдәле. Әле урарҙы ҡулға алғандар, тикшереү бара.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас