

Был хаҡта ул атаһы-әсәһе менән Волгоградта йәшәгән иҫке фатирына килгәс, алып барыусы Лаура Джугелияға һөйләне.
Ләйсән әйтеүенсә, уҡытыусы булып эшләгән атаһы 90-сы йылдарҙа үҙ эшен аса. Әммә ул уңышһыҙ була һәм бер ниһеҙ ҡала. Был ауыр осорҙо атаһы алкоголь менән баҫырға тырыша, ләкин спиртлы эсемлектәр ярҙам итмәй - унан ир ярһый, ҡотора ғына. Һөҙөмтәлә, яратҡан һәм ҡайғыртҡан атаһы урынына Ләйсән үҙен һәм әсәһен туҡмаған йорт тиранын ғына күргән.
Ҡыҙ балаға былар барыһы ла ауыр була.
- Бәхеткә күрә күршебеҙ яҡшы күңелле ине, улар тәүҙә ғаиләлә тауыш сыҡҡанын ишетһә ҡыҫылмай ине, әммә һуңынан мин уларҙан үҙем һораным, стена шаҡый башлаһам инеп ярҙам итегеҙ әле, тинем, - тип хәтерләй Ләйсән.
Был ваҡытта әсәһе өс эштә эшләгән һәм ғаиләһен ҡарар өсөн ял күрмәгән. Өйҙә булған ваҡытта иренең тауыш ҡуптарыуына, ҡул күтәрелеүенә түҙгән.
- Беҙ тамуҡта йәшәнек, - ти Ләйсән.
Уға 11 йәш булғанда, әсәһе иренән киткән. Ләйсән оҙаҡ ваҡыт атаһын ғәфү итә алмай. Психологик терапиянан һуң ғына үҙе атаһына шылтыратҡан.
- Шылтыраттым да: "Атай, мин бик һағынам", - тинем. Осрашыуға тиклем уға күп нәмәне һөйләрмен тигән инем. Ә күргәс, йүгереп килдем дә, бәләкәй бала шикелле, илап ебәрҙем. Был өс көнлөк тормошта бер беребеҙҙе рәнйетеү ярамай икәнен аңланым, - ти яҡташыбыҙ.