Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Август 2025, 11:10

Тамара Танһыҡҡужина - йөҙ шаҡмаҡлы шашка буйынса Рәсәй чемпионы!

Өфөлә Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында йөҙ шаҡмаҡлы шашка буйынса Рәсәй чемпионаты тамамланды. Унда илдең 14 төбәгенән көслө спортсылар ҡатнашты.

Тамара Танһыҡҡужина - йөҙ шаҡмаҡлы шашка буйынса Рәсәй чемпионы!Тамара Танһыҡҡужина - йөҙ шаҡмаҡлы шашка буйынса Рәсәй чемпионы!
Тамара Танһыҡҡужина - йөҙ шаҡмаҡлы шашка буйынса Рәсәй чемпионы!

Ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы программала Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина еңеү яуланы. Уны еңеүе менән парламент Рәйесе Константин Толкачев ҡотланы.
– Башҡортостандың ғына түгел, бөтә Рәсәйҙең ғорурлығы булған күренекле спортсыбыҙҙың тәүге еңеүе түгел был, – тине Константин Толкачев. – Тамара Танһыҡҡужина – бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара турнирҙарҙа күп тапҡыр чемпион булған кеше. Ул - үҙ эшенең ысын оҫтаһы. Тамара Михайловнаның төрлө ярышта яңы еңеүҙәре алда әле.

Ҡотлайбыҙ!

Фото: gsrb.ru

Тамара Танһыҡҡужина - йөҙ шаҡмаҡлы шашка буйынса Рәсәй чемпионы!
Тамара Танһыҡҡужина - йөҙ шаҡмаҡлы шашка буйынса Рәсәй чемпионы!
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас