Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Август 2025, 07:10

"Урал батыр" эпосы геройҙарына арналған арт-объекттар яңыртылды

Нефтекамалағы "Һаулыҡ һуҡмағы" төҙөкләндерелә.

"Урал батыр" эпосы геройҙарына арналған арт-объекттар яңыртылды"Урал батыр" эпосы геройҙарына арналған арт-объекттар яңыртылды
"Урал батыр" эпосы геройҙарына арналған арт-объекттар яңыртылды

Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, йәмәғәт биләмәһе "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты буйынса яңыртылған. Эш барышында боронғо риүәйәттәр, эпос персонаждарының ағас скульптураларын һаҡлап, махсус буяуҙар менән буяғандар. Улар һыуыҡтарға, дымға, эҫе ҡояш нурына бирешмәй. 

"Һаулыҡ һуҡмағы" - ҡарағай урманындағы парк, Нефтекаманың визит карточкаһы, халыҡтың ҙур теләк менән килеп ял итеү урыны.

Фото: В Нефтекамске обновили арт-объекты героев башкирского эпоса «Урал-батыр» | Национальные проекты РФ

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас