Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Август 2025, 12:40

Таныш булығыҙ: яңы министр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы менән Светлана Верещагина республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры итеп тәғәйенләнде. Икенсе указға ярашлы, Зөһрә Гордиенко үҙ теләге менән ошо вазифанан бушатылды.

Таныш булығыҙ: яңы министрТаныш булығыҙ: яңы министр
Таныш булығыҙ: яңы министр

Светлана Михайловна Верещагина 1982 йылда Күмертау ҡалаһында тыуған. Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһын, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2004 йылда “Башҡортостан тимер юл банкы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә башлай. 2005 - 2011 йылдарҙа коммерция ойошмаларында төрлө вазифала эшләй.

Артабан Бөрө районы хакимиәтендә, БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетында белгес-эксперт, бүлек начальнигы урынбаҫары, БР Иҡтисади үҫеш министрлығында бүлек начальнигы булып эшләй.

2020 - 2022 йй. – БР “Һөт кухняһы” предприятиеһы директоры урынбаҫары.

2022 - 2024 йй. – БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары.

2024-2025 йй. – БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция эшмәкәрлеге министры урынбаҫары.

Яңы министрға эшендә уңыштар теләйбеҙ!

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас