

Хәбәрҙәрҙең изгеләрен генэ
Алып килһен ине һәр бер таң,
Аяҙ булһын ине күк йөҙҙәре,
Имен булһын ине киң Ватан!
Шатландырһын ғына бала-саға,
Артып торһон ине мал-тыуар,
Һәм тыныслыҡ булһын ине ерҙә -
Тыныс илдә генә бәхет бар!
- Ҡасан килер ергә тыныслыҡ? - тим,
- Ҡасан туҡтар ошо ҡан ҡойош?
Эх, йәшәйһе килә тыныс ҡына...
Бөтә донъя менән... тып-тыныс!!
Фирүзә Абдуллина.