

Башҡортостанда август башында аномаль эҫелек күҙәтелә. Алдағы көндәрҙә һауа температураһы +30 градустан юғары күтәреләсәк.
Августың артабанғы көндәре ниндәй буласаҡ, сентябрҙә ниндәй сюрприздар көтөлә? Төбәктең гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, алдағы көндәрҙә төбәктә аномаль эҫелек һаҡланасаҡ. Һауа температураһы көндөҙ +29, +31 градусҡаса күтәреләсәк.
Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, алдағы эш аҙнаһы эҫе була, ә ял көндәрендә +25 градус. Ҡайһы бер көндәрҙә ямғыр яуыуы һәм йәшен булыуы фаразлана. Фобос үҙәге фаразлауынса, ямғырҙар республикаға һыуыҡтар килтерәсәк. Йәкшәмбе, 10 августа, һауа температураһының +16 градусҡа тиклем түбәнәйеүе көтөлә. Әммә һуңынан йәнә йылытасаҡ — 11-16 августа һауа температураһы ун градусҡа күтәреләсәк — +20-нән +30-ға тиклем. Термометр бағанаһы көндөҙ +25, +30 градус күрһәтәсәк.
Августың икенсе яртыһы һалҡыныраҡ булыуы фаразлана. Айҙың 20-һенән +8… +16 градус. Һауаның максималь температураһы 31 августа — +22 градус булыуы көтөлә. Ямғырлы көндәр аҙ буласаҡ. Августҡа Рәсәй Гидрометеорология үҙәгенән фаразлауҙары буйынса, уртаса айлыҡ һауа температураһы нормаға яҡын буласаҡ (+17,2 градус тирәһе). Айлыҡ яуым-төшөм нормаға яҡын (45-65 миллиметр) тип күҙаллана.
Сентябргә килгәндә, фобос үҙәге фаразлауынса, сентябрҙең тәүге яртыһында һауа торошо бик уңайлы буласаҡ. Көндөҙ термометр бағанаһы +17-нән +26 градусҡа тиклем күтәреләсәк. Шул уҡ ваҡытта ямғырҙар бөтөнләй булмаясаҡ. Ысын әбейҙәр сыуағы. Рәсәй Гидрометеорология үҙәгенән алдан баҫылған һауа торошо фаразына ярашлы, тәүге көҙгө айҙа уртаса һауа температураһының норманан юғарыраҡ булыуы көтөлә (норма +9, +12 градус тәшкил итә). Яуым — төшөм нормаға ярашлы-35-55 миллиметр.