Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Август 2025, 15:30

Мәсетлеләр еңеүгә үҙ өлөшөн индерә

Райондан махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ярҙам юлланды.  

Мәсетлеләр еңеүгә үҙ өлөшөн индерәМәсетлеләр еңеүгә үҙ өлөшөн индерә
Мәсетлеләр еңеүгә үҙ өлөшөн индерә

Мәсетле районынан махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ярҙамдың сираттағы партияһы оҙатылды.
Кәрәкле әйберҙәр эсенә дарыуҙар, маскировка селтәрҙәре, плащ-палаткалар, ағас материалдары, "Урал" мотоциклы, ЗИЛ-31 өсөн тәгәрмәстәр, УАЗ автомобиле һәм башҡалар инде. Быларҙың барыһы ла "Ышаныслы тыл" штабының волонтерҙары һәм райондың битараф булмаған кешеләре менән әҙерләгән.

Мәсетле халҡы беҙҙең хәрбиҙәргә тиҙерәк туғандарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын, ә иң мөһиме - еңеү менән ҡайтыуҙарын теләне!

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас