Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Август 2025, 07:30

Иҫке Мишәрҙә - Шәжәрә байрамы

Сара Фәсхетдиновтар нәҫеленең тәрән тамырҙарына, айырыуса, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәрүәр Ғәни улы Ғәлләмовҡа (Фәсхетдиновҡа) бағышланды.  

Иҫке Мишәрҙә - Шәжәрә байрамыИҫке Мишәрҙә - Шәжәрә байрамы
Иҫке Мишәрҙә - Шәжәрә байрамы

Кешенең тамыры ағастыҡынан да күп тиҙәр. Ысынлап та, был донъяла береһе лә яңғыҙ түгел. Һәр кемдең ата-бабалары, туғандары, яҡындары бар. Һуңғы арала быуындар бәйләнешенә, йәғни шәжәрәгә иғтибар бермә-бер артты. Үҙенең үткәненә һәм киләсәгенә битараф булмағандар үҙҙәренең тамырҙарын өйрәнә, йылъяҙмаларҙы һаҡлап, киләсәк быуынға еткерергә тырыша.
Ошо көндәрҙә Иҫке Мишәр ауылында Шәжәрә байрамы үтте. Сара Фәсхетдиновтар нәҫеленең тәрән тамырҙарына, айырыуса, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәрүәр Ғәни улы Ғәлләмовҡа (Фәсхетдиновҡа) бағышланды. Быйыл уға 100 йәш тулыр ине!
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, батыр танкист, Берлинға тиклем юл үткән – уның тормошо ҡаһарманлыҡ һәм сабырлыҡ өлгөһө булып тора.
Байрам бик емешле һәм күңелле үтте: йылы аралашыуҙан тыш, ҡунаҡтарҙы арҡан тартыш һәм ҡапсыҡта һикереү кеүек ҡыҙыҡлы милли уйындар ҙа көттө. Әлбиттә, йыр-бейеүһеҙ ҙә үтмәне, улар ҡатнашыусыларҙы тағы ла нығыраҡ берләштерҙе.
Иҫке Мишәр ауылында үткән Шәжәрә байрамы ябай байрам ғына түгел, ә берҙәмлек, ата-бабаларға хөрмәт һәм быуындарҙың тере бәйләнеше өлгөһө булды.
Быуындар сылбыры өҙөлмәһен, туғанлыҡ тамырҙары ҡоромаһын, һәр кем ата-бабаларын, туғандарын белһен ине.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас