Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Август 2025, 16:30

Аллаһтың мәрхәмәтенән өмөт өҙмәгеҙ

Аллаһтың ярлыҡауына һәм мәрхәмәтенә ирешеүҙең үҙ сәбәптәре бар. Әгәр ҡол шуларҙы эшләмәһә, үҙе өсөн Мәрхәмәт һәм Ярлыҡау ишектәрен ябыҡ тотасаҡ. Һәм ул сәбәптәрҙең иң бөйөгө һәм иң тоғроһо – юҡ, хатта унан башҡа бүтән сәбәптәр ҙә юҡ – ул: Аллаһ Тәғәләгә ихлас йөрәктән тәүбә килтереү, Унан ғына доға ҡылып һорау, Уға ғына буйһоноу, Уны ғына илаһлаштырыу, Уға ғына табыныу. Шулай булғас, әйҙә, тотон ошо тоғро сәбәпкә, баҫ ошо бөйөк юлға!  

Аллаһтың мәрхәмәтенән өмөт өҙмәгеҙАллаһтың мәрхәмәтенән өмөт өҙмәгеҙ
Аллаһтың мәрхәмәтенән өмөт өҙмәгеҙ

Аллаһтың мәрхәмәтенән өмөт өҙмәгеҙ

 "Эй, (гонаһ эшләп) үҙ-үҙҙәренә зыян килтергән ҡолдарым, Аллаһтың мәрхәмәтенән өмөт өҙмәгеҙ! Ысынында, (тәүбә килтергән саҡта) Аллаһ бөтә гонаһтарҙы ла ярлыҡай, Ул – Ярлыҡаусы, Рәхимле!" – тип әйт", – тигән Аллаһ Тәғәлә (Ҡөрьән, 39:53).

 Аяттың тәфсире:

Үҙенең сиктән уҙған (гонаһтар ҡылыусы) ҡолдарына Аллаһ Тәғәлә Үҙенең киң йомартлығы тураһында хәбәр итә һәм уларҙы – әлегә мөмкинселек бар саҡта – тәүбәгә килергә өндәй. 

"Әйт": эй, Аллаһ рәсүле һәм Аллаһ диненә саҡырыуҙа уның ﷺ юлын дауам итеүсе дәғүәтселәр, ҡолдарға уларҙың Раббыларынан ошо хәбәрҙе еткерегеҙ!

"Эй, үҙ-үҙҙәренә зыян килтергән ҡолдарым": эй, нәфселәре ҡотортҡанға баш биреп, йәшерен нәмәләрҙе лә белеп торған Аллаһтың асыуын килтерерлек гонаһ эштәргә ашҡыныусылар!

"Аллаһтың мәрхәмәтенән өмөт өҙмәгеҙ", йәғни: төшөнкөлөккә бирелеп, үҙегеҙҙе үҙегеҙ һәләкәткә ташламағыҙ. "Гонаһтарыбыҙ күбәйҙе, ғәйеп эштәребеҙ өйөлдө, инде уларҙы юҡ итерлек юл да, уларҙан ҡотолорлоҡ сара ла юҡ", – тип, шул һылтау менән артабан да Аллаһҡа буйһонмау юлында ҡалып, әр-Рахманды нәфрәтләндерерлек йөк йыймағыҙ! Киреһенсә, Раббығыҙҙы Уның йомартлығына һәм миһырбанлылығына күрһәтеүсе исемдәре менән танығыҙ. Һәм белегеҙ:

 "Аллаһ бөтә гонаһтарҙы ла ярлыҡай": ширекте лә (күп илаһлыҡты), йән ҡыйыуҙы ла, зинаны ла (уйнашты), рибәне лә (процент ашауҙы), йәбер-золомдо ла һәм уларҙан башҡа бөтә-бөтә ҙур һәм бәләкәй гонаһтарҙы ла. Сөнки:

"Ул – Ярлыҡаусы, Рәхимле", йәғни: Ярлыҡау һәм Мәрхәмәт сифаттары – Уның даими сифаттары, улар Уның затына (булмышына) хас, Уның булмышы бер ҡасан да был сифаттарҙан азат түгел. Һәм уларҙың әҫәре (эҙе) һәр ваҡыт һәр нәмәлә буласаҡ – бөтә ғаләм уларҙың әҫәре менән тулы. Аллаһтың ҡулдарынан көндөҙ ҙә, төндә лә хәйерлеһе ағылып тора, ҡолдарына Ул йәшерен дә, асыҡ та ниғмәттәр һәм яҡшылыҡтар ебәреүҙән туҡтамай. Уға, мәхрүм итеүгә ҡарағанда, биреү һөйкөмлөрәк. Ә Уның рәхимлеге иһә асыуынан алда һәм өҫтөнөрәк.

Әммә Аллаһтың ярлыҡауына һәм мәрхәмәтенә ирешеүҙең үҙ сәбәптәре бар. Әгәр ҡол шуларҙы эшләмәһә, үҙе өсөн Мәрхәмәт һәм Ярлыҡау ишектәрен ябыҡ тотасаҡ. Һәм ул сәбәптәрҙең иң бөйөгө һәм иң тоғроһо – юҡ, хатта унан башҡа бүтән сәбәптәр ҙә юҡ – ул: Аллаһ Тәғәләгә ихлас йөрәктән тәүбә килтереү, Унан ғына доға ҡылып һорау, Уға ғына буйһоноу, Уны ғына илаһлаштырыу, Уға ғына табыныу. Шулай булғас, әйҙә, тотон ошо тоғро сәбәпкә, баҫ ошо бөйөк юлға!

 Ғәбдер-Рахмән әс-Сәғди, "Тәйсир әл-Кәрим әр-Рахмән", 39:53.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас