

Салауат районында ла бер-бер артлы ФАП-тар асыла. Шул көндәрҙә Әлкә ауылында яңы модулле фельдшер-акушер пункты эшен башланы. Ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел звеноны модернизациялау” программаһы буйынса төҙөлгән. Хәҙер ауыл халҡының беренсел медицина ярҙамын уңайлы, заманса шарттарҙа алыу мөмөкинлеге тыуҙы. Ауыл халҡының һаулығы тураһында фельдшер Эльмира Вәхитова хәстәрлек күрә.
Малаяҙ үҙәк дауаханаһының баш табибы Рудольф Фәхретдинов та ауыл халҡының шатлығын уртаҡлашты:
- Яңы фельдшер-акушер пункты заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы төҙөлгән. Халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм персоналға эшләү уңайлы булһын өсөн кәрәкле барлыҡ йыһаз ҡуйылған. Бында фельдшер кабинеты, ҡатын-ҡыҙҙар бүлмәһе, процедура эшләү, пациенттар өсөн көтөп тороу бүлмәләре, санузел, персонал, медикаменттарҙы, йыйыштырыу өсөн әйберҙәрҙе һаҡлау өсөн бүлмәләр бар. Оло йәштәге һәм хәрәкәте сикләнгән кешеләр өсөн пандус ҡуйылған. Яңы ҡорамалдар һәм дистанцион технологиялар ҡулланыу арҡаһында медицина ярҙамының сифаты күпкә яҡшырасаҡ.