

Ярыштарҙа туғыҙ илдән 25 уҡсы ҡатнашты. Шәхси беренселек өсөн Рәсәй, Белоруссия, Пакистан, Үзбәкстан, КАР, Төркиә, Гвинея, Иордания һәм Йемен һыбайлылары көрәште. Башҡортостан исеменән Өфө ҡалаһынан Рушан Хәсәнов, Әбйәлил районынан Нуриман Хәйруллин, Учалы районынан Илдар Исхаҡов һәм Салауат районынан Айнур Низаметдинов сығыш яһаны.
Һөҙөмтәлә Өфөнән Рушан Хәсәнов - "Рейд 2-3-3" бәйгеһендә еңеү яуланы, Әбйәлил районынан Нуриман Хәйруллин "Рейд 2-3-4" бәйгеһендә икенсе урын яуланы. Шулай уҡ Рушан Хәсәнов ике маршрут йомғаҡтары буйынса абсолют зачетта пьедесталдың икенсе баҫҡысына күтәрелде. Ул Мәскәү өлкәһенән донъя чемпионы Сергей Одиноковтан ғына ҡалышты.
Афарин, яҡташтар!