Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Июль 2025, 06:00

"Бирешмәйбеҙ! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!"

  Яңауылдан «Татар» позывнойлы яугир 31-се «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкындағы С. Зорин исемендәге танк батальонында 2023 йылдан алып хеҙмәт итә.  

"Бирешмәйбеҙ! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!""Бирешмәйбеҙ! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!"
"Бирешмәйбеҙ! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!"

Ҡасандыр телевизор экрандарынан ғына күргән ҡеүәтле хәрби машинаны йөрөтәсәге уның уйында ла булмаған. РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәс, егетте танк батальонына тәғәйенләгәндәр.

«Танк батальонын командирыбыҙ «Скиф» трактор йөрөткән, уны ремонтлап ҡараған егеттәрҙән туплап алды. Һуңынан беҙҙе әкренләп танк йөрөтөргә өйрәтте. Механизатор булып эшләгән атайымдан ошо техниканы өйрәнеүем танкист булып китеүемә булышлыҡ итте», – тип һөйләй был батальонға эләгеүе тураһында «Татар».

– Шәп ине командирыбыҙ, Афған һуғышын үткән тәжрибәле хәрби ине. Егеттәрҙе үҙенең балалары кеүек күрҙе, беҙҙе һаҡланы. Шуға ла беҙ уға позывнойы менән дә өндәшмәнек, яратып «Батя» тип йөрөттөк. Әле лә беҙҙең янда йөрөһә, ҡайһылай ҙа шәп булыр ине.  Комбатты һағынабыҙ, юҡһынабыҙ...

«Скиф»тың ғүмере хәрби заданиены үтәп ҡайтып барғанда өҙөлә – дошмандың ҡеүәтле «Мәсекәй әбей» тип йөрөтөлгән  гексакоптеры утына эләгә. Үлгәндән һуң, Сергей Мигуновҡа Рәсәй Геройы исеме бирелә.

Танкистары уның ышанысын аҡлай. Ҡаһарманлыҡтары, хәрби операцияларҙы уңышлы үтәгәндәре өсөн бихисап наградаларға эйә булғандар.

Механик-водитель булған «Татар» Суворов, Шайморатов миҙалдары менән бүләкләнгән. Лайыҡлы хеҙмәт иткән ефрейтор быйыл Мәскәүҙә Ҡыҙыл Майҙанда Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған хәрби парадта ла ҡатнашҡан. Әрмелә хеҙмәт итмәһә лә, хәҙер ул ҡеүәтле Т – 90 «Прорыв» танкына идара итеүенә, ҡурҡыу белмәҫ танкистар сафын тулыландырыуына ғорурлана.

– Был бик әрһеҙ һәм шәп техника, идара итеүгә еңел. Унан да шәп танк юҡ! Эше электроника менән бәйле булһа ла, тиҙ үҙләштерҙем. Броняһы ныҡ. Өҫтәмә рәүештә тағы үҙебеҙ ҙә броня ҡуйҙыҡ. Бик тырышһаң, 12 саҡрым алыҫлыҡҡа тиклем атырға мөмкин. Барыһы ла экипаждан тора. Хәрби заданиеға сығабыҙ ҙа, бойороҡто үтәп, шул уҡ составта эшләп ҡайтабыҙ. Былтыр дошман һөжүменә ныҡ ҡына эләгеп, яраландым, контузия алдым. Бирешмәйбеҙ! Алла бирһә, Еңеү беҙҙеке буласаҡ!», – ти Яңауыл егете.

Өйҙә уның ҡайтыуын һөйөклө ҡатыны, өс ҡыҙы көтә.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас