

Башгидрометүҙәк синоптиктары алдағы көндәрҙә ҡойма ямғырҙар булыуын күҙаллай.
Бөгөн, 30 июлдә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел төньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +20,+25 градус тәшкил итәсәк.
Иртәгә, 31 июлдә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана.
Ел төньяҡтан, көнсығышҡа табан талғын. Һауа температураһы төндә +9,+14°, көндөҙ +19,+24°.