

Яҡташыбыҙ Павел Воля менән 13 йыл бәхетле йәшәй. Ғаиләлә 12 йәшлек улдары Роберт һәм 10 йәшлек ҡыҙы Софияны тәрбиәләйҙәр һәм тағы бер бала тураһында хыялланалар. Әммә бәләкәстең тыуыуына гимнастканың һаулығы насар булыуы ҡамасаулай.
-Мин өс бала булыуын теләйем... Әгәр яҙған булһа, буласаҡ... Икенсе бала тапҡандан һуң ныҡ ауыр булды. Һаулығым насарайҙы. Тәүҙә дауаланырға кәрәк ине...Сирҙәр гөлләмәһе барлыҡҡа килде... - тип һөйләй ул Лаура Джугелияға.
Үтәшева тәүҙә етди сирҙәр үҙенән-үҙе юҡҡа сығыр тип өмөтләнә. Әммә улар өҫтәлә генә. Әле ғаилә өсөнсө баланың донъяға килеүенең төрлө варианттарын ҡарай. Суррогат әсәлеккә тиклем.