Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Июль 2025, 12:05

Форумға теркәлергә әҙ генә ваҡыт ҡалды

Башҡортостанда үҙмәшғүл йәштәр форумы үтәсәк. Әле унда ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә. Бик ҡыҙыҡ һәм файҙалы сара булмаҡсы, кем шул тармаҡта эшләй, теркәлегеҙ, ти ойоштороусылар.

Форумға теркәлергә әҙ генә ваҡыт ҡалдыФорумға теркәлергә әҙ генә ваҡыт ҡалды
Форумға теркәлергә әҙ генә ваҡыт ҡалды

Форум 4 - 5 августа үтә. Программа бай йөкмәткеле.

БР йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров белдереүенсә, сарала ҡатнашыусылар тәжрибә уртаҡлашасаҡ, идеялары тураһында фекер алышасаҡ, бизнес хаҡында бик күп мәғлүмәт алыу мөмкинлеге лә буласаҡ.

Оҫталыҡ дәрестәре, дискуссиялар, нетровкинг-сессиялар - йәштәргә барыһы ла оҡшаясаҡ.

Теркәлеү ошонда, 1 авгусҡа тиклем өлгөрөп ҡалығыҙ: clck.ru/3NE7Bj

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас