Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Июль 2025, 16:00

"Бушап ҡалған тып-тын нигеҙ"

Бушап ҡалған тып-тын нигеҙ, Һуҡмағын баҫҡан үлән. Эттәр өрмәй, кеше лә юҡ, Ҡапҡа асылмай күптән ...

"Бушап ҡалған тып-тын нигеҙ""Бушап ҡалған тып-тын нигеҙ"
"Бушап ҡалған тып-тын нигеҙ"

Бик оҙаҡ уйҙарға сумдым,
Баласаҡ күҙ алдымда.
Был нигеҙҙә мин үҫтем бит,
Уйнап ишек алдында ...

 

Дуҫ-туғандар йыйылғанда, 
Ишек алды гөр килде.
Атай- әсәй иҫән саҡта ,
Нигеҙҙә рәхәт ине ...

 

Хәҙер өйҙөң ҡаршыһында,
Сәскә атмай алмағас.
Япрағы бар, алмаһы юҡ,
Бала-саға булмағас...

 

Балан ағасын күреүгә,
Күҙемдән йәш түгелде.
Шул саҡ әсәй баландарҙы,
Йыя һымаҡ күренде ...

 

Һарай түбәһе өҫтөнә,
Дауыл ауҙарған ағас.
Ишелгән, яһаусы ла юҡ
Атай бәғрем булмағас ...

 

Бушап ҡалған тып-тын нигеҙ,
Һуҡмағын баҫҡан үлән.
Йәшәр инем был нигеҙҙә,
Барлыҡ туғандар менән ...

 

Зөфәр Бохаров

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас