Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Июль 2025, 02:25

Әнүәр Нурғәлиев: "Ҡайғылы хәбәр. Күҙ йәштәрен тыйып булмай."

Йырсы социаль селтәрендә ҡайғылы хәбәр еткерә.

Әнүәр Нурғәлиев: "Ҡайғылы хәбәр. Күҙ йәштәрен тыйып булмай."Әнүәр Нурғәлиев: "Ҡайғылы хәбәр. Күҙ йәштәрен тыйып булмай."
Әнүәр Нурғәлиев: "Ҡайғылы хәбәр. Күҙ йәштәрен тыйып булмай."

Уның тәүге уҡытыусыһы Махия Усман ҡыҙы вафат булған.
-Махия инәйгә 94 ине. Минең өсөн ул иң хөрмәтле, оло кеше булып ҡаласаҡ. Махия апай яҡты, бик уҡымышлы ине, уны бөтә кеше хөрмәт итте. Ул беренсе булып миңә белем, музыка, кешелек донъяһына ишекләр асты. Беҙҙе кеше булырға өйрәтте. Уның: «Балалар, иҫтә ҡалдырығыҙ: «я» хәрефе алфавитта иң һуңғы урында», – тигән һүҙҙәре ғүмерлеккә иҫтә ҡалды. «Йәмғиәткә файҙалы булығыҙ, Ватанығыҙҙы ҡәҙерләгеҙ», – тип өйрәтте. Атай-әсәйҙе нисек хөрмәт итергә кәрәклеген өйрәтте. Әҙәбиәт дәресендә беҙгә әкиәттәр һөйләгәнен яраттым.
Бик ҡайғылы хәбәр, күҙ йәштәрен тыйып тора алмайым. Тыныс йоҡла, Махия апай, урының ожмах түрендә булһын,- тип яҙа йырсы.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас