Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Июль 2025, 06:55

Ҡырмыҫҡалыла парк яңыртыла

Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендәге "Нескучный" паркын яңыртыуҙың өсөнсө этабына күскәндәр. Эш "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты буйынса бара.

Ҡырмыҫҡалыла парк яңыртылаҠырмыҫҡалыла парк яңыртыла
Ҡырмыҫҡалыла парк яңыртыла

Район хакимиәтенән белдереүҙәренсә, Чехов урамындағы йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереүҙең тәүге ике этабында балалар майҙансығы ҡуйылған, асфальт йәйелгән, яҡтыртыу ҡорамалдары урынлаштырылған. 

Быйыл тренажерҙар ҡуйыла һәм мини-футбол майҙансығы эшләнә. Йыл аҙағынаса бөтә ниәтләнгән эш тамамланырға тейеш.

Фото: В селе Кармаскалы Республики Башкортостан благоустроят парк «Нескучный» | Национальные проекты РФ

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас