

Ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан сағында талантлы, батыр, ныҡышмалы Учалы егете Фларид Бирғәлиндың ике клип төшөрөп өлгөрөүе хаҡында яҙғайныҡ. "Күп көс кәрәк" тип аталған йыры менән алдан таныштырһаҡ, бөгөн ул беҙҙе "Сейә тәме" менән ҡыуандырҙы, рәхмәт яуғыры.
Йырсыны клиптың премьераһы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, яңынан-яңы ижади уңыштар теләйбеҙ!
Мобилизацияға эләккән бер туған ҡустыһына иш булып, үҙ ирке менән махсус хәрби операция зонаһына юлланған яҡташыбыҙ фронтта яуҙаштарының рухын нығытыуға ла күп көс һала, ижад менән дә шөғөлләнергә ваҡыт таба. Афарин!
Фото һәм видео: Фларид Бирғәлин.