

Ҡыйғы районының Ҡыйғы ауылында янғында бер ир һәләк булған. Уның кәүҙәһен диванда табалар. БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, янғын һүндереүселәр килгән мәлдә бүрәнә йорт тулыһынса янған була. Ут һүндерелгәндән һуң, залдағы диванда 63 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табыла.
Янғындың сәбәбен Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе асыҡлай. Урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй.