Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Июля 2025, 11:10

Эшләгеһе килгән студенттар эш таба

БР Башлығы Радий Хәбиров үткәргән бөгөнгө оператив кәңәшмәлә республикалағы студенттар отрядтары тураһында һүҙ булды. Беҙҙә РСО - Рәсәй студент отрядтарының төбәк бүлексәһе эшләй.

Эшләгеһе килгән студенттар эш табаЭшләгеһе килгән студенттар эш таба
Эшләгеһе килгән студенттар эш таба

Уның етәксеһе Элина Саматова белдереүенсә, ағымдағы йылда БР Башлығы указы менән Башҡортостанда студент отрядтарын үҫтереү буйынса ведомство-ара координация советы булдырылған. Быйыл студенттарға эш табыу мөмкинлеге лә киңәйтелгән. биш йүнәлештә 45 проект бар - ауыл хужалығы, етештереү, сервис, педагогика һәм медицина. Уларҙа 2 464 кеше ҡатнаша. Тағы ете проектты ғәмәлгә ашырылу күҙалланған. Дөйөм алғанда, 52 проект буйынса 3,5 меңдән ашыу студентты эшкә урынлаштырыу ҡарала. Ҡайһы бер студенттар республиканан ситтә эшләйәсәк. Йыл әйләнәһенә эшләү мөмкинлеге лә бирелә: сервис йүнәлеше буйынса 1340 кеше предприятиеларҙа эшләй. Студенттарҙан тыш, мәктәп уҡыусыларын да эшле итеү маҡсаты бар. Әлбиттә, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләү ҙә кәрәк, 25 - 112 мең һум тураһында һүҙ бара. Студотряд буйынса бөтәһе 5,6 йәш кешегә эш бирелгән, йәй аҙағына тиклем был күрһәткесте 7,6 меңгә еткерергә иҫәп тоталар.

БР Башлығы ҡушыуы буйынса республтканың белем биреү учреждениелары базаһында студотряд ячейкалары булдырыу эше алып барыла. Былтыр йыл аҙағында вуздарҙа, колледждарҙа 113 отряд булһа, быйыл 122-гә еткән. 

Фото: БР башлығы сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас