

Мәғлүмәт системаларының боҙолоуы менән бәйле «Аэрофлот»компанияһының авиарейстар расписаниеһында үҙгәрештәр индерелә. SU1230/1231 Мәскәү – Өфө - Мәскәү рейсы туҡтатыла. Пассажирҙарҙан мәғлүмәтте Шереметьево аэропортының онлайн-таблоһында күҙәтеүҙе һорай. Элек рәсмиләштерелгән багажды алыу өсөн, туҡтатылған рейстар пассажирҙары Шереметьево аэропортының багаж биреү залына мөрәжәғәт итә ала. Туҡтатылған рейстар өсөн пассажирҙарға аҡсаны кире ҡайтарыу йәки алдағы 10 көндә рейстарға ҡайтанан билетты яңыртыу мөмкинлеге бар.
Аэропорттағы кассалар ваҡытлыса аҡсаны кире ҡайтара йәки билеттарҙы үҙгәртә алмай. Агенттар аша һатып алынған билетты һатып алыу урыны буйынса кире ҡайтарырға йәки ҡайтанан рәсмиләштерергә була.