

Быйыл тәүге 6 айҙа төбәктә балалар һаулығын һаҡлау өлкәһендә өмөтлө күрһәткестәр теркәлгән: сабыйҙар үлеме – 14,5%, балалар үлеме 16,5% кәмегән. Бөгөнгө көндә республикала ваҡытынан алда тыуған сабыйҙар араһында йәшәү кимәле 95 процент тәшкил итә.
Яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеү өсөн түбәндәге эштәр башҡарылған:
— Ваҡытынан алда тыуған сабыйҙарҙы күҙәтеү системаһы индерелгән-хәҙер иҫәптә тән ауырлығы түбән йәки ауыр патологиялы 1645 сабый тора.
-Республика балалар дауаханаһында иртә йәштәге бүлек эшләй. Унда 3 меңдән ашыу сабый ҡаралған, 50-һе дауаханаға оҙатылған, 114-е «Салют»үҙәгендә реабилитация үткән.
-Телемедицина үҙәге аша алыҫтан консультациялар әүҙем үҫешә.
Сабыйҙар араһында үлемдең төп сәбәптәре: перинаталь осор торошо, тыумыштан килгән аномалиялар һәм тын алыу ағзалары ауырыуҙары. Балалар араһында: йәрәхәттәр, тышҡы тәьҫирҙәр, нервы системаһы ауырыуҙары һәм онкология. Тышҡы фактор йоғонтоһонда үлемдең иң ҙур өлөшө 15-17 йәшкә тура килә.
Һуңғы алты йылда Башҡортостанда сабыйҙар үлеме ике тапҡырға тиерлек кәмегән, хәҙер ул уртаса Рәсәй күрһәткестәренән түбәнерәк.
"Был яҡшы һөҙөмтә. Мин һеҙҙе шуның менән ҡотлайым», — тип билдәләне Владимир Путин Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итеп.
Республика хөкүмәте ҡушыуы буйынса Һаулыҡ һаҡлау Һәм Хеҙмәт министрлыҡтары юғары социаль хәүефле ғаиләләр менән эште әүҙемләштергән.
Алда адреслы медицина-социаль патронажын булдырыу планлаштырыла.
-Йәрәхәттәрҙе, ағыуланыуҙарҙы, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү;
- Перинаталь үҙәктәргә хәүефле йөклөләрҙе һалыу
-Неонатологтарҙың, акушерҙарҙың һәм анестезиологтарҙың квалификацияһын күтәреү.