+24 °С
Ямғыр


Мин, мәҫәлән, ваҡыт үткәндәрен
Аңламаным, шундай зар мәлем.
Үҙ-үҙемә гелән әйтә килдем,
Гүйә, ул күп, гүйә, бар әле.
Мин, мәҫәлән, ваҡыт үткәндәрен
Бер күрмәнем, ә ул юғалды.
Юғалып та юҡҡа сыҡҡас ҡына,
Ҡаршыларға оҙон юл һалды.
Мин, мәҫәлән, ваҡыт үткәндәрен
Һис һиҙмәнем, ә ул йүгерҙе...
Фәһим Әхмәров.