+21 °С
Болотло


Кисә Баймаҡ районының Талҡаҫ күлендә иҫкәртеү рейды ваҡытында ҡотҡарыусылар кәмә менән ярҙан алыҫ киткән кешеләрҙе ҡотҡарған. Был хаҡта БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр.
40 йәшлек ир һәм 39 йәшлек ҡатын ярҙан алыҫ йөҙөп китеп, ярҙам һорап ҡысҡыра башлай. Ҡотҡарыусылар уларҙы шунда уҡ ярға сығара.