

-Быйыл танышыуыбыҙға-24, никахыбыҙға— 21, ә туйыбыҙға 20 йыл.
Бына шундай мөхәббәт математикаһы 💛 Шуға ла был матур датаны йолаларыбыҙға таянып, матур һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә ҡарар иттек. Әйтергә кәрәк, был беҙҙең өсөн дата ғына түгел, ә бергә үткән ғүмер юлыбыҙ. Уға беҙ рәхмәтлебеҙ. Үҙебеҙҙең йолаларыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, ғаилә тамырҙарыбыҙҙы нисек баһалауыбыҙҙы беләһегеҙ.
Был юбилей беҙҙең өсөн, минең өсөн байрам ғына түгел.
Ул мин ҡәҙерләгән бөтә нәмәнең сағылышы булып тора:үҙ-үҙемде, иманымды, ихласлыҡты, ғаиләмде, йолаларҙы, ата-әсәләрҙе.
Һәр ҡунаҡ үҙенең милли кейемендә килде, - ти Айгөл.
Ә һеҙ милли стилдә уҙғарылған байрамдарға нисек ҡарайһығыҙ, дуҫтар?