Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Июль 2025, 13:00

Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй

Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сафуан Басировҡа 100 йәш тулған.

Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны бер быуатлыҡ юбилейын билдәләйӨфөлә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй
Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй

Сафуан Басировты Ҡыҙыл армия сафтарына 1943 йылдың ноябрендә саҡыралар. Ул Алыҫ Көнсығышта артиллерия часында хеҙмәт итә, Япон ғәскәрҙәренә ҡаршы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша, Төньяҡ Кореяны, Сахалинды һәм Курил утрауҙарын азат итә.

Һуғыштан һуң Сафуан Басиров тыуған колхозына ҡайта, унда пенсияға сыҡҡанға тиклем эшләй. Ҡатыны менән бергә ете бала тәрбиәләйҙәр. Хәҙер Ветеран Өфөнөң Калинин районы Князево ауылында йәшәй.

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас