Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Июль 2025, 14:30

Таныш булығыҙ - Иҙел!

  Бишбүләк районы Ҡушйылға мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Гүзәл Ғәзизова - аҡыллы, ҡыйыу, уңған өс ир баланың әсәһе. Уҡытыусы һөнәрен һайлаған өлкән улы Илһам шул уҡ мәктәптә эшләй, хәләл ефете Альбина Сәмғүт ҡыҙы ла педагог. Гүзәлдең кинйә улы Эмиль башланғыс синыфтарҙы тик “бишле” билдәләренә генә тамамлаған спортсы малай. Уларҙың икеһе тураһында ла айырым маҡтап яҙырлыҡ, әммә бөгөнгө һүҙебеҙ уртансы бала - Иҙел хаҡында булыр. Иҙел – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы батыр яугир.

Таныш булығыҙ - Иҙел!Таныш булығыҙ - Иҙел!
Таныш булығыҙ - Иҙел!

Учалы районы Әүешкүл ауылында тыуып-үҫкән Гүзәл Белорет педагогия училищеһында уҡыған саҡтан таныш. Ул үҙе лә, улдары ла тыйнаҡ холоҡло, үҙҙәренең уңыштары менән маҡтанып, маһайып йөрөй торған кешеләр иҫәбенән түгелдәр. Осраҡлы ғына рәүештә Гүзәл менән осрашып, хәл-әхүәлдәр менән бүлешмәһәк, Иҙелдең өс йыл һуғышта булыуын да белмәй ҡалыр инек. Ишетеү - бер, күрге лә килә бит яҡташ һалдатты. Фотоларын күрһәтеүҙе һорағанға ғына ул телефонын сығарҙы. Ә бер фотола – Иҙелдең наградалары! “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалдары, Жуков миҙалы, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалы, командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм хәрби бурысын үтәүҙәге ҡаҙаныштары өсөн Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәренең Юғары баш командующийы Владимир Владимирович Путиндың Рәхмәт хаты...

- Гүзәл, һинең улың батыр икән дәһә! – һоҡланыуымды йәшермәнем. – Үәт, исмаһам, Иҙел!

Һүҙ артына һүҙ эйәреп, Гүзәл яугир улы тураһында, Иҙел һуғышта саҡта нимәләр кисергәнен, ниндәй уттарҙа янғанын һөйләп ташланы:

- Иҙел Свердловск өлкәһендәге хәрби часта мотоуҡсылар ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт иткәйне, армиянан һуң контракт төҙөп, шунда ҡалды. Контракты бөткәс, ашнаҡсыға уҡыны ла, Мәскәүҙә итальян ресторанында эшләне, пандемия мәлендә Өфөгә ҡайтып, кафеға эшкә урынлашты. 2021 йылда уны кире үҙенең хәрби часына саҡырып алдылар һәм Иҙел яңынан контракт төҙөнө. 2022 йылдың февралендә шылтыратып, беҙҙе 2-3 аҙнаға командировкаға ебәрәләр, тине. Ниндәй йүнәлештә ебәргәндәрен әйтмәһә лә, икебеҙ ҙә аңлай инек ҡайҙа икәнен. 24 февраль көнө иртәнге сәғәт ундар тирәһендә шылтыратты: “Хәҙер ҡуҙғалабыҙ, телефондарҙы йыйып алалар, бәйләнеш булмағанға аптырама, инәй, мине юғалтма”. Тыныс һөйләшергә тырышты балам, ә минең йөрәк китте тулап... Илебеҙҙә махсус хәрби операция башланыуы тураһында иғлан иткәйнеләр...

Йоҡо йоҡо түгел, тамаҡҡа аш бармай, эш ҡайғыһы юҡ. Бар нәмә ҡулдан төшөп бара. Ике күҙ телефонда. Телефон шылтыраған һайын, улым түгелме икән, тип ҡабынып өмөтләнәм, әммә бер хәбәр ҙә юҡ та юҡ... Минең 50 йәшлек юбилейымды үткәрергә тейеш инек, тик балаң ут эсендә йөрөгән мәлдә байрам ҡайғыһымы?! Шулай ҙа тыуған көнөмдә ике улым, киленем менән Бәләбәйҙәге кафеға барып, сәй эсеп ҡайтырға йыйындыҡ.

Юлда китеп барғанда телефон шылтыраны. Ят номер. Ғәҙәттә билдәһеҙ номерҙарҙан шылтыратыуҙарҙы алмайым, ә был юлы алдым. “Инәй, һаумы!” – Иҙелдең тауышын ишетеүгә күҙемдән йәштәр атылды... Бер ай тигәндә бәйләнешкә сыҡты улым. “Оҙаҡ һөйләшә алмайым, телефон берәү генә, башҡаларға ла өйҙәренә шылтыратыр кәрәк, түҙә алмай үҙ сиратын көтәләр, бәйләнеш бик алама, ағас башына менеп һөйләшергә тура килә”, - шәп-шәп һөйләй, тыуған көнөм менән ҡотлай, ә мин улымдың тауышын ишетеү ҡыуанысынан да, уның өсөн сикһеҙ борсолоуҙан да йүнләп һөйләшә лә алмайым, илайым да илайым. “Инәй, ҡайғырма, беҙ һуғышҡа инмәгәнбеҙ, ни бары күперҙе ҡарауыллайбыҙ”, - тип алдап йыуата...

Отделение командиры, өлкән сержант Иҙел Ғәзизовтың МХО-нан алдараҡ ҡайтырға форсаты булған, ләкин ул шуның менән файҙаланмаған. Инәһенең, ҡайт, тип ялбарыуына, мин булмаһам, кем, тигән: “Нисек иптәштәрҙе ҡалдырайым?!.”

Һуғышта әжәл аҙым һайын һағалай. Уның мең йөҙө, мең ысулы. Барыһын да танып, белеп бөтөп булмай. Ә Иҙелде, әйтерһең дә, әсәнең доғалары, фәрештәләре һаҡлай, үлемдән аралай.

Бер ваҡыт иптәштәре менән машинала китеп барғанда, уны штабҡа саҡырталар. Иҙел шул хаҡта хәбәр иткән водителдең автомобиленә күсә, ә иптәштәре ултырған машина минаға эләгеп күккә оса...

Гел дә видео аша һөйләшеүҙе хуп күргән ҡыйыу, үткер башҡорт егете бер заман аудио аша ғына шылтырата башлай. Инәһенең, видеоңды ҡуй, тип әйтеүенә, бында бәйләнеш алама, аудио аша ғына һөйләшерлек, тип һылтай. Ә ысынында иһә снайпер пуляһы күҙенең эргәһенән генә сыйып үткән була, шуға ла яҡындарына йөҙөн күрһәтмәй. Дауаланып бөтөр-бөтмәҫтән кире һуғышҡа инә.

Теге яҡтар ташлап киткән БМП-ны ремонтлап алғас, үҙемдең шәхси машинам булды, тип шаярта. Сираттағы ҡаланы дошмандарҙан азат итеү барышында подвалды тикшерергә туҡтайҙар. Подвалға инеүҙәре була, ер һелкенә - “шәхси” машинаһы өҫтөнә снаряд килеп төшөп шартлай.

“Өр-яңы заманса техника бирҙеләр, “бронированный”, - тип яҡындарына ҡыуанып хәбәр итә бер көндө Иҙел. Саң да ҡунып өлгөрмәй ҡеүәтле машинаға - хәрби заданиены үтәгәндә снаряд килеп эләгә. Контузия алған Иҙел янған хәрби машина эсенән нисек сыҡҡандыр...

Дошмандарға ҡаршы арыҫландай алышҡан Иҙел Ғәзизов аяуһыҙ бер алышта күп һанлы ярсыҡтарҙан яралана: ҡул суғы, иңбашы, күкрәк буйы, арҡаһы... Һөйләшерлек рәткә килгәс, аяғым тайып, йығылдым да, сәтәкәй бармағымды һындырҙым, шуға госпиталдә ятам, тип хәбәр һата. Оҙаҡ Ижевскиҙа госпиталдә дауалана, унан һуң ял бирәләр, часына ҡайтаралар. Әлеге ваҡытта яҡташыбыҙ Свердловск өлкәһендә үҙенең хәрби часында йәштәрҙе машина йөрөтөргә өйрәтә.

Бәләкәй сағынан оптимист булған, иң ауыр ваҡыттарҙа ла төшөнкөлөккә бирелмәгән Иҙелде санитар бригада составында йөрөгән сағында балаларҙың үлеме иҫәңгерәтә, шаңҡыта: “Ауыр яраланған өс кенә йәшлек баланы инде лазаретҡа килтереп еткерҙек, тигәндә генә ҡулыбыҙҙа йән бирҙе...”, “Күҙебеҙгә мөлдөрәп ҡарап ятҡан ун йәшлек малайҙы бар хәлебеҙсә ҡотҡарырға тырыштыҡ, әммә... үлде”. Улының йөрәген теткеләгән аяныслы һәр нәмә әсәнең дә йөрәген үтәнән-үтәләй һыҙыра...

- Иҙел мәктәптә “Ҡыйыулыҡ клубы”нда шөғөлләнде, спорт менән ныҡлап дуҫлашты, ярыштарҙан ситтә ҡалманы, - Гүзәлдең тауышында улы менән ғорурлыҡ билдәләре сағыла. - Ул ниндәй хәлдә лә юғалып ҡалмай, тиҙ генә ҡарарҙар ҡабул итә белә. Ориентирына иҫең китер! Бер генә тапҡыр үткән юлды ла йөҙ тапҡыр йөрөгәндәй иҫендә ҡалдыра. “Үҙеңде тота белһәң, һуғышта тере ҡалыу ихтималлығың арта, - тип һөйләне ул ҡайтҡас. - Яу башланғанда иң мөһиме - ҡурҡмау, паникаға бирелмәү. Бик иғтибарлы, уяу булырға кәрәк. Физик әҙерлегең ҙур әһәмиәткә эйә. Командаларға буйһона белеү ҙә һалдат өсөн һәйбәт. Сөнки дисциплина бөтә нәмәнән дә өҫтөн. Айҙар буйына ут аҫтында йөрөй торғас, снарядтың тауышынан уҡ ҡайҙа барып төшөрөн белә башлайһың”... Балам өсөн көйәләнеүҙәрҙән ауырып киттем, иртәле-кисле Алламдан уның тере ҡайтыуын һораным, ҡат-ҡат ҡорбан салдырҙым. Аллаға мең шөкөр, үҙ аяҡтарында ҡайтып инде!

Әсә кеше өсөн шунан да ҙурыраҡ бәхет юҡтыр. Һуғыш тиҙерәк бөтөп, бар ата-әсәләр ҙә шул бәхетте татыһын!

Таныш булығыҙ - Иҙел!
Таныш булығыҙ - Иҙел!
Таныш булығыҙ - Иҙел!
Таныш булығыҙ - Иҙел!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас