Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Июль 2025, 20:45

Пенсия яңынан иҫәпләнә

РФ Социаль фонды 2025 йылдың 1 авгусынан эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙың страховка пенсияһын ҡайтанан иҫәпләй.

Пенсия яңынан иҫәпләнәПенсия яңынан иҫәпләнә
Пенсия яңынан иҫәпләнә
 

2024 йылда ла рәсми рәүештә эшләүен дауам иткән пенсионерҙарҙың пенсияһына өҫтәмә аҡса түләнә. Күләме индивидуаль пенсия коэффициенты (ИПК) дәүмәленән һәм уның хаҡынан сығып билдәләнә. Иң күбе өс пенсия коэффициентын алырға мөмкин.

2025 йылдың июлендә 80 йәше тултырғандар өҫтәмә алырға хоҡуҡлы (страховка пенсияһына 17 815,4 һум). Быйыл июлдә I төркөм инвалидлыҡ алған пенсионерҙарға ла өҫтәмә ҡаралған (уларҙың аныҡ билдәләнгән түләү күләме 8 907,7 һумға арта). Шулай уҡ ошо ике категорияға ҡарау өсөн өҫтәмә: страховка пенсияһына — 1314 һум, дәүләт пенсияһына иһә 1377 һум.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас