+15 °С
Облачно


Кисә Мәләүездә бала менән бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, ете йәшлек бала өсөнсө ҡаттағы тәҙрәнән ҡолап төшкән. Йәрәхәтләнгән сабыйҙы Мәләүез үҙәк район дауаханаһына оҙаттылар.
БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ата-әсәләрҙе уяу булырға һәм балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа саҡыра.