Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Июль 2025, 16:00

Йәйҙәрҙең уртаһы

Йәйҙәрҙең уртаһы - Нәҡ аштың һурпаһы: Ул ҡайнар, ул беше, Ул татлы, ул эҫе!

Йәйҙәрҙең уртаһыЙәйҙәрҙең уртаһы
Йәйҙәрҙең уртаһы

Йәйҙәрҙең уртаһы -
Баҫыуҙа көнбағыш.
Йәй гел дә көләкәс,
Йәйҙәрҙә юҡ һағыш.

Йәйҙәрҙең уртаһы -
Силәктә еләктәр.
Йәйҙәрҙә бар ғаләм -
Иң һутлы еләктәй!

Йәйҙәрҙең уртаһы -
Болонда күбәләк.
Йәйҙәрҙә гел йәм дә,
Донъялар - түңәрәк!

Йәйҙәрҙең уртаһы -
Моңло йыр ҡумтаһы.
Салғылар сыңына,
Сиңерткә йырына,
Күңелем, сум тағы!

Йәйҙәрҙең уртаһы-
Йәйҙәрҙә йәнләнәм.
Йәйҙәрҙә кинәнә
Бар тирә - әйләнәм!

@ Айзилә Мортаева.

 

 

 

 

 

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас