

Йәмәғәт советы ултырышында "Башҡортостан геройҙары" программаһы һайлап алыу этабына йомғаҡ яһанылар. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: "Башҡортостан геройҙары" проекты Рәсәйҙәге шундай уҡ программалар араһында иң популяр программа булып тора. Илдең 40-тан ашыу төбәгенән 2 меңдән ашыу ғариза килгән.
Конкурс йомғаҡтары буйынса финалға 70 ҡатнашыусы сыҡҡан. Улар араһында Иглин районы Аҡбирҙе ауыл советынан Артур Сәйетгәрәев та бар.
Артур Илгиз улы - Башҡортостан Республикаһының Росгвардия идаралығы офицеры, "Турист" позывнойлы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы. Беҙ уны ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ!
Йәмәғәт советы ултырышында финалсыларға Башҡортостан райондары буйынса йәшәү урындары тәҡдим ителде, тиелә рәсми хәбәрҙә: "Уларҙың һәр береһенә төбәктең идара итеү командаһынан остаз беркетелә, тармаҡты яугирҙар үҙҙәре һайлай".
Фото: https://vk.com/im/convo/445972280?entrypoint=list_all&z=photo-172757174_457285280%2Falbum-172757174_00